Итте hөйәгенән айырып алығыҙ ҙа артыҡ эре итмәйенсә турағыҙ. Кәрәгенсә тоҙ, борос, лавр япрағы hалып, бөтәhен бергә ҡушып әҙерләп ҡуйығыҙ.
Ярты йәки бер литрлыҡ банкаларҙы таҙа итеп йыуығыҙ. 10 минут парҙа тотоғоҙ. Әҙерләнгән итте банкаларға бүлеп hалығыҙ hәм банкаларҙы ҡапҡастар менән нығытмайынса ғына ҡаплағыҙ.
Кәстрүлгә hалҡын hыу hалығыҙ ҙа, шунда банкалрҙы теҙеп ултыртығыҙ (тик hыу банкаларҙың өҫтөнә сыҡмаhын, уларҙын эсенә инмәhен) hәм утҡа ҡуйығыҙ. Банкалағы иткә hыу hалырға ярамай, ул кәстрүлдәге hыу ҡайнау арҡаhында бығып (томаланып) бешә. Ҡарт йәки йәш мал булыуына ҡарап, уны оҙаҡ йә тиҙ бешерәләр. Бешеп сыҡҡас, банкаларҙы үҙ hыуында көйө йылы хәлгә килгәнсе hыуытығыҙ ҙа, ҡапҡастарын ныҡлап ябығыҙ. Әҙер банкаларҙы hалҡын йерҙә hаҡларға кәрәк.
Тел бешереү:
100 гр – тел
100 гр – кишер, hуған
тәменсә тоҙ-боростар.
hыйыр, hарыҡ h.б. hуйылған малдың телен hәйбәтләп йылы hыуҙа йыуып, яй утта, янына телеңгән кишер, hуған, лавр япрағын hалып бешерегеҙ. Бешкән телде өҫкө ҡатламы тиҙерәк ҡупhын өcөн, hалҡын hыуға hалып торорға кәрәк. Һыуыңған телдең төбөнән осона табан өҫкө ҡатын ҡуптарығыҙ да, ҡайнап торған тоҙло hыуҙа тағы ла бер аҙ ҡайнатып алығыҙ. Телде йоҡа ғына телемдәргә турап, тәрилкәгә hалып, әсе йәки hыуытылған килеш табынға бирегеҙ. Янына бешкән картуф, кишер ҡуйырға мөмкин.
0,5 кг. — хыйыр бауыры
2 шт — йомортка
5 баш — хыуган
3 шт. — картуф
200 гр. — хот
0,5 сэй калагы — сода
тэменсэ тоз-борос.
Бауырзы, йоморткаларзы, хыуганды, сей картуфлэрзе ит уткэргестэн уткэрегез, хот хэм тоз-боростар кушып болгатыгыз. Килеп сыккан камыр куйы коймак камыры хэленэ йеткэс, коймактар бешерегез.
100-150 гр. кара емеш (чернослив)
50-100 гр. hойэкhез йозом
250 гр. каз hурапаhы
4 аш калагы hеркэ
4-5 эскелтем алма
100 гр. кара икмэк
1 баш hарымhак
тоз-борос тэменэ карап алына
Кара емештэрзе урталай кыркып сыгыгыз хэм йозом менэн бергэ hеркэлэ ебетергэ куйыгыз. Духовканы токандырып 225 градуска тиклем йылытыгыз. Алма менэн икмэкте шакмаклап кыркыгыз. Каззы hалкын hыуза hэйбэтлэп йыугандан hун эсен-тышын тоз, борос hэм hарымhфк менэн ыуыгыз. Кара йемеш, йозом, алма, икмэкте бергэ бутап, каззы тултырыгыз за ( 7-8 алма гына ла кулланырга була) 10 минутка есе духовкага куйып торогоз. hунынан 250 грамм hурпа остэп, утын кэметеп, ос сэгэгт тирэhе остонэ hурпаhын коя-коя яй гына утта быктырыгыз.
Каззан калган майза картуфты ла алтын-hары тоскэ ингэнсе кыззырып алыгыз. Кин hауыттын уртаhына каззы hалып, ситтэренэ бешкэн картуфты hэм алма-йозомдэрзе тезегез зэ остон йэшел укроп-петрушка менэн матур гына итеп бизэп куйыгыз.